Краснодар крайындағы ташҡындар арҡаһында бик күптәр ҡорбандар
булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 134 кеше һәләк булған, 90 кеше тән
йәрәхәттәре алған. Ҡойма ямғырҙар
сәбәпле, Кубандә һыуҙар ташты, ишелмәләр барлыҡҡа килде. Тәбиғәт
ҡазаһына дусар булған райондарға Владимир Путин килде.
“Бөтә милек юҡҡа сыҡты. Шаңҡып ҡалдыҡ. Машина һыу
аҫтында ҡалды. Бөтә нәмә аҫты- өҫкә килде, емерелде. Бик ҡурҡыныс булды,-”ти
Геленджикта йәшәүсе ҡатын.
Бер нисә мең кеше электр утынан мәхрүм. Анапа һәм
Новороссийск райондарында поездар хәрәкәте боҙолған. Ҡотҡарыу эштәрен яйға
һалыу һәм күрелгән зыянды баһалау өсөн, регионға ғәҙәттән тыш хәлдәр министры
Владимир Пучков һәм регион үҫеше министры Олег Говорун ебәрелгән.
“Иң ҡатмарлы хәлдәр- Крымскиҙа, уның өстән бер өлөшө һыу
эсендә ине, әле лә шулай. Бында 20 янғын- ҡотҡарыу техникаһы килтерелгән.
Ковалевканан хәрби- ҡотҡарыу отряды килә. Министерлыҡ ҡарары менән Мәскәүҙән
вертолеттар оҙатылды,-”ти ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле.
Краснодар крайына һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова
һәм Тикшереү Комитеты етәксеһе урынбаҫары Борис Карнаухов юлланды. Тәбиғәт
ҡазаһы арҡаһында ҡорбандар барлығы билдәле булған Кубандең бөтә райондарында ла
тәфтишселәр эшләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий