воскресенье, 8 июля 2012 г.

Талиптар халыҡ алдында ҡатынды язалаған.


 Афғанстанда талиптар халыҡ алдында ҡатынды язалаған. Яза Кабул янындағы Парван провинцияһына ҡараған Кимчок ауылында булған.
Зина ҡылған тип иҫәпләнгән ҡатын хуплап ҡысҡырған халыҡ алдында атып үлтерелгән.
Халыҡ алдындағы был яза- талиптар йоғонтоһоноң улар урынлашып алған илдең көньяғы һәм көнсығышында ғына түгел, башҡа ерҙәрҙә лә көслө булыуын күрһәтә.
Парван провинцияһы губернаторы Абдулла Басир Саланг һүҙҙәре буйынса, үлер алдынан ҡатын язалауҙарға дусар булған:
Аяуһыҙ кешеләр. Улар ҡырағай хайуандар һымаҡ үлтерә. Күренеп тора: улар енәйәтсе һәм улар хөкөм ителергә тейеш. Ысынында иһә был ҡатындың бер ғәйебе лә юҡ.”
Губернаторҙың белдереүенсә, вәхшиҙәрсә үлтереш, был ҡатын менән енси мөнәсәбәткә инеп, уны бүлә алмайынса бәхәсләшеп үлтерергә булған ике талип арҡаһында килеп сыҡҡан.
“Ҡот осҡос хәл. Был хәл менән килешеп булмай, әммә Кабул эргәһендә булған ул ваҡиға хаҡында хөкүмәт ләм- мим. Ҡатын- ҡыҙ булараҡ та, кеше булараҡ та битараф ҡалыу мөмкин түгел,-”ти депутат һәм хоҡуҡ һаҡлаусы Фәүзиә Куфи.
Талиптар был ваҡиғаға әлегә аңлатма бирмәне. Афғанстан президенты Хәмит Карзай Токиола. Ул, сәйәси һәм иҡтисади реформаларҙы дауам итеү өсөн, илдең финанс ярҙамына мохтаж булыуын белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий