Рәсми Таһран ошо
йәкшәмбелә үҙ көсөнә ингән Европа эмбаргоһы нәтижәләрен кәметергә тырыша.
Санкциялар бер “ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәк”, сөнки хөкүмәт “тейешле сараларҙы
күрҙе һәм уларға ҡаршы торорға әҙер”,-тип белдерҙе Ирандың нефть министры.
1 июлдән Евроберләшмә
Ирандың ҡара алтынын һатып алыуҙы һәм ташыуҙы тулыһынса туҡтатты: был ваҡытҡа
ЕБ илдәре ирандан нефть индереү контракттарын япты, бынан ары донъя буйынса
нефть ташыуҙарҙың 90 проценты Таһран өсөн ябыҡ.
Брюсселдәге ЕБ
саммитында әйтелгәнсә, санкциялар Иран ядро программаһы буйынса халыҡ- ара “алты”аралашсы
менән һөйләшеүҙәрҙә Таһранды конструктив позицияға баҫырға мәжбүр итергә тейеш.
МАГАТЭ мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙа был хаҡта иғлан итеү һәм АҠШ тырышлығы
менән эшләнгән эмбарго Азия һатып алыусылары араһында Иран нефтен экспортлауҙы
30 процентҡа кәметте.
Көнбайыштың
санкцияларынан Иран халҡы ла зыян күрә: милли валюта курсы түбәнәйҙе, 2011
йылдың көҙөнән бирле доллар курсы 50 процентҡа үҫте. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса,
инфляция 22% тәшкил итә. Бойондороҡһоҙ эксперттар иҫәбе буйынса, был
күрһәткестәр 2 таҡыр юғарыраҡ. Инфляция аҙыҡ- түлеккә хаҡты ҡырҡа арттырып
ебәрҙе: мәҫәлән, июнь башынан хаҡтар 20 процентҡа артҡан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий