вторник, 3 июля 2012 г.

“Тимбуктуҙа изгеләр” кәмей бара.



Тимбуктуҙа тарихи ҡомартҡылар юҡҡа сыға- халыҡ- ара йәмәғәтселектең вәхшилекте туҡтатырға саҡырыуына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡомартҡыларын аяуһыҙ емереү дауам итә. Дүшәмбе көн”Ансар әд- Дин” боевиктары бер мәсеттең ҡапҡаһын емерҙе.
Уҙған ял көндәрендә үҙҙәрен исламист тип атаусылар ЮНЕСКО- ның Бөтә донъя мираҫы булып торған 16 кәшәнәнең 7-һен юҡ итте.
Тимбукту кәшәнәләренең бер нисә быуатлыҡ тарихы, ҡалала 333 изгенең ҡәбере бар. 1988 йылда ЮНЕСКО уларҙың 16-һын Бөтә донъя мираҫының бер өлөшө тип иғлан иткәйне. Әммә, “Ансар әд-Дин”төркөмө фекеренсә, изгеләрҙең ҡәберенә табыныу исламға ҡаршы килә, шуға күрә уларҙы юҡ итергә кәрәк.
Апрелдә баш күтәргән туарегтар Тимбуктуны үҙҙәренең яңы дәүләте Азауаттың баш ҡалаһы тип иғлан итте, тик был инициатива халыҡ- ара йәмәғәтселектең яҡлауын тапманы.
Таныуға ирешә алмаған был илдең етәкселеге боронғо ҡоролмаларҙы емереүсе “Ансар әд-Дин”боевиктары менән бер уртаҡлыҡтары ла юҡ икәнлеге хаҡында белдерә:
“Халыҡ Азауатты икенсе Афғанстанға әйләндереүгә юл ҡуймаясаҡ.”
Малиҙың рәсми власы, шулай уҡ баш күтәргән күсмә ҡәбилә башлыҡтары экстремистарҙы “Мәғрип илдәрендә Әл-Ҡаиҙә” менән бәйләнештә булыуҙа ғәйепләй. Уларҙың эшмәкәрлеге, халыҡ- ара йәмәғәтселектең ҡаршы сығыуына ҡарамаҫтан, “мәжүсиҙәрҙең боттары” тип атап, 2001 йылда Баимандағы Будданың данлыҡлы һындарын шартлатҡан талиптарҙың ҡылыҡтарына оҡшаш.



Комментариев нет:

Отправить комментарий