Мысырҙың Юғары Конституция суды президент Мөхәммәт Мурсиҙың
парламенттың түбәнге палатаһы эшен ҡайтанан тергеҙеү хаҡындағы указын инҡар
итте. Ашығыс ултырышта судьялар шуны иҫкә төшөрҙө: Халыҡ йыйылышын таратыу
хаҡындағы ҡарар ҡәтғи һәм был мәcьәләне яңынан ҡарау мөмкин түгел.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 14 июнь көндө Конституция суды бер мандатлы округ һайлауҙары
һөҙөмтәһен дөрөҫ түгел тип иҫәпләп, Халыҡ йыйылышын легитим түгел тип иғлан
итте. Яңы парламенттағы күпселек урындар исламистарҙа, тәү сиратта “Мосолман
туғандар”ҙың сәйәси ҡанаты булған “Азатлыҡ һәм ғәҙеллек” фирҡәһендә ине. Тап ошо
фирҡә Мурсиҙы президент посына тәҡдим итте лә инде.
Ҡайһы бер күҙәтеүселәрҙең фекере буйынса, Мысырҙың
Юғары Конституция суды хәрбиҙәр йоғонтоһонда, президент һәм Ҡораллы көстәрҙең
Юғары советы араһындағы ҡаршылыҡ тәрәнәйә бара. Шундай хәүеф тә бар: хөкүмәт
башлығының генералдар менән ҡаршылыҡтары илдә сираттағы яңы тотороҡһоҙлоҡ
осорон тыуҙырыуы ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий