Францияла билдәһеҙ
әҙәмдәр 50-ләп немец һалдаты ҡәберен хур иткән. Был Франция һәм Германия
килешеүенең 50-йыллығы алдынан, тантанала Франсуа Олланд һәм Ангела Меркель
ҡатнашасаҡ урындан 40 километр алыҫлыҡта ғына булған.
Зыярат урынлашҡан Арденн
департаментындағы Сент-Этьен-а-Арн ҡаласығы мэры һөйләй:
“Мин был хәлде күреп шаҡ ҡаттым. Был иҫ киткес әшәкелек, ул әрүәхтарҙы
хөрмәт итмәүҙе күрһәтә.”
Ваҡиға Меркелдең
килеүе менән бәйлеме, әллә был “’эсеп алған хулигандар”эшеме- тәфтишселәр әлегә
был һорауға яуап бирергә әҙер түгел. Ағас тәреләр һынған, ҡайһы берҙәрен утын
урынына файҙаланғандар, эргәлә буш шешәләр аунап ята.
Комментариев нет:
Отправить комментарий