Шишәмбелә Франция президенты Франсуа Олланд Бөйөк Британияға
тәүге рәсми визит яһаны. Унда ул премьер- министр Дэвид Кэмерон менән
һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Аналитиктарҙың уйы дөрөҫкә сыҡманы- һөйләшеү барышында ике
ил башлығы “ҙур һигеҙ” һәм Евроберләшмә саммиттарында бәхәс тыуҙырған Европа
бюджет пакты һәм финанс транзакциялары өсөн дөйөм европа һалымы кеүек ҡатмарлы
мәсьәләләргә ҡағылманы.
“Европаның иҡтисад үҫеше темптары төрлө булырға тейеш,
һәр ил,башҡа илдәр һайлаған юлға хөрмәт менән ҡарап, үҙ тиҙлеген һайлай ала. Ышаныслы
һәм ныҡлы мөнәсәбәттәр ошо рәүешле барлыҡҡа килә,-”тине Франсуа Олланд.
“Бөйөк Британия өсөн Франция- алыштырғыһыҙ һәм ҡиммәтле
партнер. Беҙҙең иҡтисадтар тығыҙ бәйләнгән. Франция компанияларында Британияла
йәшәгән 180 мең кеше эшләй. Францияға беҙҙең экспорт күләме, бергә алғанда,
Ҡытай, Һиндостан һәм Төркиә күләменә тиң.”
Олланд визитының рәсми булмаған өлөшөн Виндзор
һарайында Британия королеваһы Елизавета II янында ҡунаҡта үткәрҙе. Королева
менән осрашыу протоколдан тыш үтте-ғәҙәттә бындай визиттар дәүләт статусында
уҙғарыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий