вторник, 10 июля 2012 г.

Испания: ял ҡайғыһы юҡ.




Испандарҙа быйыл ял ҡайғыһы юҡ. Иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек, киләсәккә ышаныс юҡлығы Испанияның төньяғындағы һәм үҙәгендәге ҡунаҡхана номерҙарын бронләүҙе ҡырҡа кәметәсәк, тип көтөлә.
Испанияның ҡунаҡхана бизнесе конфидерацияһы баһаламаһы буйынса, ил эсендә ял итеүселәр һаны 2011 йыл менән сағыштырғанда 30 процентҡа кәмерәк буласаҡ.
Урта хәлле типик испан ғаиләһе иҫәпләнгән Кукковило- Мартинестар ғаиләһенә каникулдарҙы ҡалдырып торорға тура килә. Һуңғы 15 йыл эсендә уларҙың тормоштары яҡшыра барған, әммә көрсөк быға нөктә ҡуйған.
Франсиска уҡытыусы булып эшләй:
-Эштә минең сираттағы контрактым 31 июлдә тамамлана. Элек ул автоматик рәүештә оҙайтыла ине, әммә хәҙер бер кем дә бер нәмә лә белмәй. Шуны ғына аныҡ әйтергә мөмкин: эшемдә ҡалдырһалар ҙа, шарттар насараясаҡ, шуға күрә беҙ быйыл ял итергә бармаҫҡа булдыҡ.
Франсисконың тормош иптәше Эдуардо автомастерскойҙа эшләй, тик уның да ваҡытлы контракты августа тамамлана һәм ул эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡа.
-Аҡса туҙҙырыуға күңел тартмай,- ти ул,-иртәгә бит бөтөнләй эшһеҙ ҡалыуың бар. Ә ял итеү өсөн кредит алыу- аҡылһыҙлыҡ, шуға күрә өйҙә генә ултырырға тура килә.
Иҡтисади ҡыйынлыҡтар яңынан- яңы ғаиләләрҙең ишеген ҡаға. Эшһеҙлек үҫеүҙән туҡтамай, майҙа ул 24,6 процентҡа барып еткән.
Жорди Гула- Барселонаның La Vanguardia гәзитенең иҡтисад рубрикаһы етәксеһе хәлде былай аңлата :
-Һуңғы һорашыуҙар буйынса, испандарҙың 70 проценты яҡындағы ярты йыл эсендә эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡа. Билдәле, бындай хәлдә кешеләр артыҡ сығымдарға юл ҡуймаҫҡа тырыша, был ял мәсьәләләренә лә ҡағыла. Хәтерем яңылышмаһа, Испаниялағы ҡулланыу сығымдары 14 квартал рәттән кәмей барған.
Испандар популяр курорттарға, мәҫәлән Балеар кеүек утрауҙарға, күпләп йыйылһалар ҙа, был ял итеү өсөн түгел, туристарҙы хеҙмәтләндереү эштәренә ваҡытлы контракт табыу ниәте менән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий