Француз полицейскийҙары Николя Саркозиҙың йортонда һәм
офисында тентеү үткәрҙе. Прокурорҙарға хәҙер юл асыҡ, сөнки, Елисей һарайынан
китеп, Саркози ҡағылғыһыҙ кеше булыуҙан туҡтаны, ә “Бетанкур эше”әлегә
ябылмаған.
Шикләнеүҙәренсә, иң бай француз ҡатыны, L`Oreal косметика
компанияһы хужаларының береһе булған Лилиан Бетанкур Саркозиҙың 2007 йылғы һайлау алды кампанияһының бағымсыһы
булған. Бишенсе республиканың элекке
президентының ышаныслы кешеһенә 150 000 евро тапшырыуы хаҡында тәфтишселәргә
Бетанкурҙың бухгалтеры һөйләгән.
Үҙ адресына ташланған бөтә ғәйепләүҙәрҙе
инҡар иткән ғәйепләнеүсе тентеү ваҡытында өйҙә булмаған. Ирле- ҡатынлы Саркози-
Бруни балалары менән Канаданың Квебек ҡалаһында ял итә. Ҡайтыу менән ғаилә
башлығы тәфтишселәрҙең Бетанкур менән дуҫлығы хаҡындағы һәм шулай уҡ “Карачи
эше”буйынса һорауҙарына яуап бирергә тура киләсәк. Элекке дәүләт башлығын, Пакистанға
һыу аҫты кәмәләрен оҙатҡаны өсөн, күп миллионлы ришүәт алған, тип шикләнәләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий