Human Rights Watch
доклады шулай атала һәм Сүриәлә әсирҙәрҙе язалаусы кәмендә 27 лагерь барлығын
хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһының 80 битле документында был үҙәктәрҙең ҡайҙа
урынлашыуы күрһәтелгән. Хәбәр итеүҙәренсә, улар ҙур ҡалаларҙа урынлашҡан, Дәмәшктә
улар унау.
Отчетҡа палачтар
ҡулынан үткәндәрҙең, араларында балалар һәм ҡатындар ҙа бар, сығыштары менән
видеояҙмалар ҙа бар.
Бына 13 йәшлек Хөссәмдең һөйләгәндәре:
“Икенсе һорау алыуҙа
мине электр тогы менән язалай башланылар. Мин 5 минутҡа иҫтән яҙғанмын, иҫемә
килгәндә камерала инем. Ағайым унда юҡ ине. Моғайын, был ваҡытта унан һорау
алғандарҙыр. Өсөнсө һорау алыуҙа минең тырнаҡтарымды йолҡоп алдылар. Бының өсөн
улар плоскогубцы һымаҡ нәмә ҡулландылар.”
Докладҡа был ҡурҡыныс
лагерҙарҙа әсирҙәрҙең нимә аша үтергә тура килеүен тасуирлаусы иллюстрациялар
беркетелгән. Сүриә палачтары язалауҙарҙың 20-ләп төрөн ҡулланған:: уларҙы туҡмағандар,
мыҫҡыл иткәндәр һәм өҫтәренә кислота һипкәндәр.
Үҙҙәренең ҡорбандарын
эҙәрлекләүселәр ҙә ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәгән.”Беҙ демонстрацияларға йәшерен
задание менән йөрөнөк һәм бер- беребеҙҙән ҡурҡа торғайныҡ. Контрразведка
һәммәбеҙ артынан да тикшереп торҙо. Фарманды үтәмәүселәргә үлем янай ине,-”тип
һөйләй Алепполағы разведка идаралағының элекке хеҙмәткәре Карам.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар
БМО-ны Сүриәләге кешелеккә ҡаршы эшләнгән енәйәт дәлилдәрен Халыҡ- ара енәйәт
судына ебәрергә саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий