четверг, 19 июля 2012 г.

Нетяньяху Болгариялағы шартлауға Таһрандың ҡыҫылышы бар, тип иҫәпләй.



Израилдең киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, туристар ултырған автобус шартлауы арҡаһында 7 кеше һәләк булған һәм 30-ы йәрәхәтләнгән. Фажиғә Болгарияның Ҡара диңгеҙ буйындағы Бургас ҡалаһы аэропортында туристар автобусҡа ултырғанда булған.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, шартлау үлемгә дусар ителгән террористың эше.
Израилдең премьер- министры Нетаньяху Иранды һөжүмгә ҡыҫылышы булыуҙа ғәйепләй. Уның һүҙҙәре буйынса, һуңғы ваҡыт израиллеләргә һөжүмдәр йышайған, “Таиланд, Кипр, Кения, Һиндостан, Грузия, ә хәҙер Болгариялағы һөжүм шуның миҫалы.”
Шартлауҙан һуң, Бургас аэропорты ябылған. Израиль фажиғәнең сәбәптәрен урында тикшереү менән шөғөлләнеүселәргә ярҙамға белгестәр төркөмөн ебәрергә ниәтләүе хаҡында һөйләй.
Шартлау һөҙөмтәһендә башҡа автобустарҙың пассажирҙары ла зыян күргән, әммә Болгария полицияһы ниндәй илдәрҙең граждандары һөжүм ҡорбаны булыуын әлегә аныҡ ҡына әйтә алмай.
Яралыларҙың өсәүһе ауыр хәлдә.
Теракт 18 йыл элек Аргентиналағы йәһүд ойошмаһына һөжүм яһалған көндө эшләнгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий