среда, 18 июля 2012 г.

Ҡытайҙың көньяғында тәбиғәт көйһөҙләнә.



Ҡытайҙың көньяғында ҡойма ямғырҙар дауам итә. ҠХР-ҙың граждандар администрацияһы  министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәбиғәт ҡазаһы 30 кешенең ғүмерен ҡыйған.
Ҡойма ямғырҙар, көслө дауыл сәсеүлектәрҙе юҡҡа сығарған, йорттарҙы емергән, йорт хайуандарын һәләк иткән, ишелмәләр һәм шыуғындар барлыҡҡа килтергән.
Гуйчжоу, Хунань, Цзянси и Аньхой провинцияларында хәлдәр айырыуса киҫкен тора.
Тәбиғәт ҡазаһы булған райондарға халыҡҡа ярҙам итеү өсөн ҡотҡарыусылар отрядтары ебәрелә, аҙыҡ- түлек, һыу, иң мөһим кәрәк- яраҡ оҙатыла.
Синоптиктарҙың күҙаллауҙары буйынса, яман көндәр йәнә бер нисә көнгә һуҙылыуы, хәлде ҡатмарландырыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий