среда, 18 июля 2012 г.

Тенерифе һәм Ла- Пальмала көслө янғындар.



Канар утрауҙарына ҡараған популяр булған курорт утрауы Тенерифеҙа икенсе тәүлек инде урман янғындары ҡоторона. 7 вертолет янғын һүндерә, әммә янғын Тенерифеның күренекле Тейда янартауы урынлашҡан милли парк сиктәренә етеп килә.
“Янғын урмандың бик ҙур өлөшөн һәләк итәсәк,-ти пожар һүндереүселәрҙең береһе.-Мөмкинлектәребеҙҙең самалы булыуы арҡаһында, беҙ утҡа ҡаршы тора алмайбыҙ.”
Тенерифеҙан тыш Ла-Пальма утрауында ла янғындар ҡотора. Унда 500 гектар урман ут эсендә.
Испания һымаҡ, урмандары бик аҙ ҡалған илдәр өсөн урман янғындары милли фажиғә. Бында йыл һайын профилактик эштәр үткәрелә: урмандар таҙартыла, янғындар менән көрәшеү өсөн махсус хәрби часть төҙөлгән, әммә был афәттән ҡотолоу ауыр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий