воскресенье, 22 июля 2012 г.

Мысыр: Мөбәрәктең “һоро кардиналы”- Үмәр Сөләймәнде ерләү.



Мысырҙа илдең элекке вице- президенты Үмәр Сөләймән ерләнде. Ҡаһирәләге Әл- Рашдан мәсетенә йөҙҙәрсә ябай халыҡ, хәрбиҙәр һәм сәйәсмәндәр йыйылды. АҠШ-тан Сөләймәндең кәүҙәһен шәхси самолет алып ҡайтты. 
Штаттарҙа ул дауаланыуҙа була, үлеменең рәсми сәбәбе- йөрәк менән проблема. Бының дөрөҫлөгөнә бөтәһе лә ышанып бөтмәй. Урындағы киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙә Мысырҙың элекке разведка башлығын ағыулауҙары ихтимал һәм был сит ил хеҙмәттәренең эше тигән фараздар ҙа йөрөй.
Сөләймән- Мөбәрәктең уң ҡулы- серле һәм ҡатмарлы фигура була. Кемдер уны хөрмәт итә, кемдер күрә алмай. Тап ул уҙған йылдың февралендә “Мөбәрәк эраһы”ның тамамланыуы хаҡында иғлан итте һәм Юғары хәрби советты ил менән идара итергә саҡырҙы.
Сөләймән исламистар менән әүҙем көрәш алып барҙы. Тәү сиратта тап шуның өсөн ул президент һайлауҙарында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әммә “режим кешеһенә”, етерлек ҡултамғалар йыйылмаған һылтауы менән, ризалыҡ бирмәнеләр. Мысыр президенты Мөхәммәт Мөрси Сөләймәнде ерләүҙә ҡатнашманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий