воскресенье, 22 июля 2012 г.

Сүриә: һыйыныу урыны эҙләп, сит илдәргә.



Аяуһыҙ алыштар сүриәлеләрҙе сит илдәргә ҡыуа. Баш ҡаланан улар күршеләге Ливанға күсенә. БМО хәбәр итеүенсә, 2 тәүлек эсендә 30 000 кеше ил сиген үткән. Әйтергә кәрәк, аҙаҡ был ағым туҡтаған. Таможняла эшләүселәрҙең һүҙҙәре буйынса, сүриәлеләрҙең күбеһе Рамаҙан айында туғандарын күрергә килгән. Улар- фатирҙар арендалаусы, ҡунаҡханаларҙа бүлмәләр алыусы хәлле кешеләр.
Араларында көрсөк ваҡытында Ливанда йәшәргә ниәтләүселәр ҙә бар. Улар Дәмәшктә йорттарын, шәхси бизнестарын ташлап киткән. Тыныслыҡ эҙләп, сүриәлеләр Иорданияға ла күсә, бында улар 33 000, Төркиәгә лә юллана. Төркиәгә ағылыусы ҡасаҡтар төркөмө, Алеппола хәрби хәрәкәттең икенсе фронты асылып, хәлдәр ҡырҡыулашҡандан һуң күбәйә. Бында бомбалар ярыла, урамдарҙа- хәрбиҙәр һәм бронетехника.
Төркиәлә, БМО иҫәбе буйынса, 40 000 сүриәле бар.
“Юлдарҙан үтеү хәүефлерәк була бара, унда баш күтәреүселәр бик күп. Баб-әл-Хауалағы яңы контроль- үткәреү пункты баш күтәреүселәр, ә иҫкеһе хәрбиҙәр ҡулында,-”тип һөйләй ҡасаҡтарҙың береһе.
БМО мәғлүмәттәре буйынса, күрше илдәҙә 120 000 сүриәле һыйыныу урыны тапҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий