вторник, 31 июля 2012 г.

Алеппо өсөн алыш- Сүриә һуғышының стратегик мәле.



Алеппо урамдарындағы һуғыш бөтә Сүриәнең артабанғы яҙмышын хәл итеүе мөмкин. Бәшәр Асадҡа ҡаршы һуғышыусы баш күтәреүселәр тап Алеппо үҙҙәре күрә алмаған режимдың ҡәбере булыр тип ышана.
Алеппо- дәүмәле буйынса Сүриәлә икенсе урында торған ҡала, ике миллион ярым халҡы булған эшлеклеләр баш ҡалаһы, илдең иҡтисади ҡеүәтен үҙендә туплаған ҡала.
Символик әһәмиәте булыуы өҫтөнә Алеппо хәрби, стратегик әһәмиәткә лә эйә. Ҡала өҫтөнән контроллек булдырыу Асадҡа ҡаршы оппозицияға уны артабанғы операцияларҙың таянысы итергә, бер аҙ хәл алырға, күп һанлы яралылар һәм ҡасаҡтар хаҡында ҡайғыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Алеппо Төркиә сигенән 25 километр алыҫлыҡта ята, хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәр шунан ярҙам көтә.
Дәмәшк университеты профессоры Бассам Абу АбдуллаҺ:
“Алеппо- бик мөһим ҡала. Беренсенән, ул Сүриәнең иҡтисади үҙәге, икенсенән, Төркиәгә табан төньяҡ ҡапҡа. Әгәр баш күтәреүселәр уны ҡулға төшөрһә, Төркиә сиге аша ҡорал ташыуҙы яйға һаласаҡтар.”
Тап шуның өсөн оппозиция көстәре бер нәмәгә ҡарамай ҡаланы алырға ант итә. Ливиялағы Бенгази һымаҡ, улар уны үҙҙәренең төп базаһы итергә теләй.
Оппозиция яғында булған урындағы халыҡтың күпселеге, моғайын, быны көтәлер, әммә һуғыш яланындағы тормош әлегә уларға хәүеф кенә килтерә.
Бынан тыш Алеппола аҙыҡ- түлек мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Икмәк сираттарын Азат Сүриә армияһы һалдаттары контролдә тота.
Алеппо халҡы һөйләй:
“Бик ауыр бында хәлдәр. Туҡтауһыҙ ут аҫтындабыҙ. Беҙгә бер туҡтауһыҙ аталар. Ә йәшәү өсөн бер нәмә лә юҡ.”
“Беҙ 7 көн инде икмәкһеҙ ултырабыҙ. Ант итеп әйтәм, 7 көн! Бер ниндәй ҙә аҙыҡ юҡ. Хатта балаларҙы ла ашата алмайбыҙ.”
Алеппо өсөн алыш хөкүмәт көстәре өсөн дә үтә лә мөһим һуғыш. Бәшәр Асадҡа тоғро көстәр өсөн уның өҫтөнән контролде юғалтыу психолгик һәм стратегик йәһәттән һис нимә менән алмаштыра алмаҫлыҡ еңелеү буласаҡ. Финанс йәһәтенән дә еңелеү буласаҡ был: илдең иң ҙур капиталы тап Алеппола тупланыуын Дәмәшктә аңлап торалар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий