среда, 1 августа 2012 г.

Бәләкәй Жанвильела бәләкәй ғауға.



Рамаҙан айында ураҙа тотҡан өсөн, балаларҙың йәйге лагерында эшләүсе 4 мосолман инструкторҙы эшенән алған Париж янындағы Жанвилье ҡаласығының мэры, ғауғаның киңәйеүенән шикләнеп, уларҙы йәнә эшкә алырға булған. Властарҙың әйтеүенсә, инструкторҙар контрактты боҙған, ә тегеләре судҡа мөрәжәғәт итергә уйлай.

Жанвилье мэры әйтеүенсә, бында эш дискриминацияла түгел, ә 2 йыл элек булған юл һәләкәтендә. Ул саҡта бер бала етди зыян күргән, руль артында көнө буйы ашамай йөрөгән инструктор ҡатын булған. Мэрҙың һүҙҙәре буйынса, властар был ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдыра алмаған. Юл фажиғәһенән һуң, инструкторҙарҙың контракт шарттары ҡайтанан ҡаралған. Хәҙер иһә контракттағы был статьяны алып ташламаҡсылар. 

Был мәсьәлә буйынса дебаттар сентябрҙә дауам итер, тип өмөтләнә мэр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий