среда, 1 августа 2012 г.

Тайфун Филиппиндан Тайвангә килә.



Филлипинда масштаблы һыу ташыуҙарға килтергән тайфун унлап кешенең ғүмерен өҙгән. Шаршамбы көн иртән бер нисә метрлыҡ ғәләмәт ҙур тулҡындар илдең баш ҡалаһы Манилаға ябырылған. Филиппиндың иң ҙур утрауҙарының береһе булған Лусон тулыһынса тип әйтерлек һыу аҫтында ҡалған. Һәләкәт зонаһынан 150 мең кеше эвакуацияланған.

Метеорологтарҙың иҫкәртеүҙәре буйынса, тайфун сәғәтенә 35 километр тиҙлек менән Тайвангә, Ҡытай һәм Японияға йүнәлә. Йома көн ул Шанхайға барып етер, тип көтөлә, ә кесаҙнаға ҡарай төндә Японияның иң көньяғындағы префектураға барып етәсәк. Япония аэропорттарында бөгөн үк 200-ҙән ашыу рейс туҡтатылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий