среда, 1 августа 2012 г.

Белоруссия: “хәтфә десант” ҡорбандары.



Белоруссия президенты Александр Лукашенко илдең Хәрби һауа көстәре һәм Һауа һөжүменә ҡаршы көстәр етәксеһен вазифаһынан бушатҡан, шулай уҡ Дәүләт сиге комитеты етәксеһен отставкаға ебәргән. Бындай ҡаты саралар 4 июль көндө илдең һауа киңлектәренә Литванан үтеп ингән еңел моторлы самолет менән бәйле. Шведтар-самолет пилоттары- Белоруссия ҡалаларына хәтфә айыуҙар ырғытҡандар, был айыуҙарға һүҙ азатлығына өндәүсе листовкалар беркетелгән булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий