среда, 1 августа 2012 г.

Яҙыусы Гор Видал вафат булды.



Америка яҙыусыһы Гор Видал (Gore Vidal) 86 йәшендә АҠШ-та вафат булды. Американың киң мәғлүмәт саралары, уның яҡын туғанының һүҙҙәренә һылтанып, үлеменең сәбәбе үпкә шешеүенән, тип хәбәр итте.
Гор Видал 25 роман, күп кенә пьесалар һәм сценарийҙар ижад итте. “Ҡала һәм таяныс”, “Линкольн”, “Майра Брекинридж” кеүек әҫәрҙәре уға билдәлелек килтерҙе.
30 йылдан ашыу яҙыусы Италияла йәшәне: тәүҙә Римда, аҙаҡ Неаполдән алыҫ түгел Равелло виллаһында.


Әҙәби эшмәкәрлегенән тыш Гор Видал сәйәсәт менән дә шөғөлләнә. Уның Сенатҡа һәм Вәкилдәр палатаһына һайланырға тырышыуы уңышһыҙ була. Америка системаһын тәнҡитләй, уны “полицейский” системаһы тип атай. АҠШ-тың Ирактағы хәрби эшмәкәрлегенә ҡаршы сығыш яһай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий