Шаршамбы көн Сүриәләге
БМО күҙәтеүселәре Дәмәшктә булды. Улар Сүриәнең баш ҡалаһы ситендәге
Джамарананы ҡараны, урындағы халыҡ менән һөйләште. Был районда, хәбәр
итеүҙәренсә, ниндәйҙер ҡораллы кешеләр 7 кешене үлтергән. Күҙәтеүселәрҙең бер
өлөшө Хомсҡа киткән, миссияның башҡа ағзалары- Бейрутҡа. Шаршамбы көн БМО Сүриә
конфликтының көсәйә барыуы хаҡында хәбәр итте.
“Фронттарҙағы хәлдәр
борсолоу тыуҙыра. Беҙ ике яҡты ла тотанаҡлы булырға саҡырабыҙ, гуманитар өлкәлә
улар алған йөкләмәләр хаҡында иҫкә төшөрәбеҙ. Тәүге нәүбәттә был- тыныс халыҡты
яҡлау. Тыныс халыҡ менән конфликтта ҡатнашыусыларҙы бутарға ярамай.”
Региондағы
илдәрҙә, шул иҫәптән Иорданияла һәм Төркиәлә һыйыныу тапҡан Сүриә ҡасаҡтары,
БМО мәғлүмәттәре буйынса, 270 меңгә еткән. Шуны ла әйтергә кәрәк: уларҙың
барыһы ла теркәлеү үтмәгән. Сүриә ҡасаҡтарының күбеһе Иорданияла. Шишәмбе көн Мафрак
лагерына йәнә 1300 самаһы кеше килгән. Иордания хөкүмәтенең иҫәбе буйынса,
уҙған йылдың мартынан алып 140 мең сүриәле короллек сиген үткән.
Ә был ваҡытта Төрөк армияһының Сүриә менән сиктәш
бронетанк подразделениелары шаршамбы көн хәрби уйындар үткәрҙе. Төркиәнең киң
мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, маневрҙар сик буйын хәүеф- хәтәрҙән һаҡлауға
йүнәлтелгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий