Боронғо гладиатр алыштарының аренаһы булған Колизей
көньяҡҡа табан 40 сантиметрға ауышҡан. Тикшереүселәр бер йыл самаһы элек үк бинаның
фасады ауышыуын күреп ҡалғандар һәм һуңғы айҙарҙа ентекле рәүештә тикшереүҙәр, үлсәүҙәр
үткәрҙеләр. Хәҙер ғалимдар төрлө антик һәйкәлдәрҙә күҙәтелгән был феноменды (шуларҙың
иң билдәлеһе Пиза башняһы) тикшерергә уйлай. Йәнә шуны ла билдәләмәкселәр: Рим үҙәгендәге
автомобилдәрҙең интенсив хәрәкәте бинанының ауышыуына ниндәй кимәлдә тәьҫир итә
икән.
Шишәмбе Колизейҙа киң масштаблы реставрация эштәре
башлана, ул 3 йылға һуҙылыуы ихтимал. Тарихи һәйкәл уны ҡарарға теләүселәр өсөн
асыҡ буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий