воскресенье, 29 июля 2012 г.

Сүриәлә аманатлыҡҡа алынған итальяндар азат ителгән.



Сүриәнең именлек хеҙмәттәре 17 июлдә Дәмәшктән алыҫ түгел аманатлыҡҡа алынған ике итальян инженерын азат иткән. Итальяндарҙы ҡотҡарыу хаҡындағы мәғлүмәтте Сүриә дәүләт телевидениеһы тапшырған. Сүриә журналистарына биргән интервьюһында Ориано Кантани  һәм Доменико Тедески үҙҙәрен урлаған төркөмдөң исемен белмәүҙәре хаҡында әйтте.

“Аҙна самаһы элек беҙ “Шератон”ҡунаҡханаһынан Дәмәшк аэропортына китеп бара инек. Машинабыҙҙы ҡара маскалы йәштәр туҡтатты һәм аҙаҡ улар беҙҙе урланы. Уларҙың йөҙө, тәне тулыһынса ҡапланғайны,-”тип һөйләй Тедески.

Уның коллегаһы Кантани Сүриә хәрбиҙәренең профессиональ эш итеүе хаҡында әйтеп үтте: “Урлаусылар 10, бәлки, 15 булғандыр. Ҡоралдары бик күп ине, беҙ уларҙа Калашников автоматтарын, мылтыҡтар, гранаталар һәм гранатометтар күрҙек.”

Итальяндар Дейр Алиҙа электр йылытыу системаһы үҙәгендә эшләгән. Сүриә телевидениһына һөйләүҙәре буйынса, тотҡонлоҡта саҡта уларҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндәр. Шәмбе инженерҙарҙы үҙ илдәренә оҙатҡандар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий