Рейтер агенствоһының
хәбәр итеүенсә, Аккрала Гана президенты Джон Атта Миллз вафат булған.
Президентҡа 68 йәш ине. “Тәрән ҡайғы менән Гана республикаһы президентының
үлеме хаҡында хәбәр итәбеҙ,-”тиелә дәүләт башлығы администрацияһы белдереүендә.
Сәйәсмәндең үлеменең сәбәбе асыҡланмаған.
Джон Атта Миллз 1944
йылдың 21 июлендә тыуған. 1997 йылдан алып 2001 йылға ҡәҙәр илдең вице-
президенты булған. Дәүләт башлығы посын оппозиция кандидаты Миллз 2009 йылдың
ғинуарында һайлауҙарҙан һуң биләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий