среда, 25 июля 2012 г.

Solar Impulse: бер грамм яғыулыҡһыҙ 6000 километр.



Solar Impulse-моторы ҡояш батареяһы ярҙамында эшләгән самолет- ике айлыҡ сәйәхәттән һуң, Швейцарияға әйләнеп ҡайтҡан. Ул, Испанияла туҡталыш яһап, Мароккоға барып еткән, 6000 километрлыҡ юлға ул грамм да яғыулыҡ тотонмаған.

Француз инженерҙары төҙөгән был осоу аппаратының уртаса тиҙлеге сәғәтенә 70 километр. Ҡеүәтле 400 килограммлы аккумуляторы арҡаһында ул төнөн дә оса ала. Континент- ара осош яһап, һауала 48 сәғәт булып, Solar Impulse ҡояш батареялы самолеттар араһында рекорд ҡуйҙы.

Әлеге мәлдә самолет моделен камиллаштырыу өҫтөндә эш бара. Проектты ойоштороусылар 2014 йылда уҡ самолет Ер шары тирәләй осош яһар тип өмөтләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий