четверг, 23 августа 2012 г.

“Фукусима-1” тыуҙырған радиоактив балыҡтар.


 Һәләкәткә осраған “Фукусима-1” АЭС-ынан 20 километр арауыҡта тотолған диңгеҙ балығында радиоактив цезий кимәле норманан 258 тапҡыр артып киткән.

ТЕРСО АЭС компания- операторы мәғлүмәттәре буйынса, терпугтағы радиоактив цезий миҡдары кимәле 1 килогаммға 25,8 мең беккерелгә барып еткән, ә норма буйынса ул  килограммға 100 беккерель булырға тейеш.

“Был балыҡтағы радиация кимәленең үтә юғары булыуы уның аҙыҡ менән бергә ләмде лә ашауына бәйлелер,- тип иҫәпләй океанология университеты профессоры Суго Ватабе.-Тап шул юл менән цезий был терпугтың организмына эләгеүе ихтимал.”

Белгестәр станция тирәләй хәүефле зонала, диңгеҙ төбөндә, радиацияның бик юғары булыуы хаҡында һөйләй.

Ил властары, радиоактив матдәләрҙең кимәле юғары булған аҙыҡтар һатыуға сығарылмаһын өсөн, күбеһенсә балыҡ аҙыҡтары менән туҡланған япондарҙың өҫтәленә эләкмәһен өсөн, ҙур тырышлыҡ һала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий