среда, 22 августа 2012 г.

Европа эҫелектән, ҡоролоҡтан йонсой.



Бында, Румынияла, ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре: кукуруз, бойҙай, көнбағыш ҡоролоҡтан ыҙа сигә. Ямғырҙар күптән булғаны юҡ. Тейешле һуғарыу системаһының булмауы ла көрсөктө көсәйтә.

Урындағы ферма хужалары тауыш күтәрә һәм властарға мөрәжәғәт итә:

“Беҙҙең проблемаларыбыҙ бик ҙур.Әгәр беҙгә, Франциялағы һәм Германиялағы кеүек ярҙам ҡулы һуҙып, субсидиялар бирмәһәләр, көҙгө сәсеү эштәренә аҡсаларыбыҙ етеүгә бик шәикләнәбеҙ.”

Словенияла термометр бағанаһы Цельсий буйынса 37-гә менде. Бында инде бер нисә аҙна буйы эҫе. 100 мең гектар самаһы ер ҡоролоҡтан интегә.

“Бындай эҫелә баҙарға килеүселәр бик әҙ,- ти һатыусы ҡатын.- Күптәре ялда рәхәтләнә. Ҡоролоҡ арҡаһында тауар ҙа бик күп түгел. Нимә булаһын алдан әйтеп булмай, элек алған килемдең дүрттән берен алырбыҙ, бәлки.

Апеннин ярымутрауында урман янғындары менән көрәш бара. Йәй буйы тиерлек эҫе көндәр торған Италияны ҡеүәтле “Люцифер”антициклоны ҡаплап алды. Күп кенә ҡалаларҙа һауа температураһы 40 һәм унан да юғарыраҡҡа күтәрелде. Метеорологтар ял көндәренә “Люцифер”ға алмашҡа “Беатрис”циклоны киләсәк, тип вәғәҙә итә. Ул үҙе менән йәшенле ямғырҙар һәм һауа температураһының түбәнәйеүен алып киләсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий