среда, 22 августа 2012 г.

Сүриә властары оппозиция менән һөйләшергә әҙер.



Сүриә властары оппозиция менән диалогҡа әҙер. Унда ил президенты Башар Асадтың отставкаһы хаҡында ла һөйләшеү мөмкин, әммә алдан бер ниндәй ҙә шарт ҡуйылырға тейеш түгел. Был хаҡта Сүриәнең вице- премьеры Ҡәҙри Йәмил Мәскәүҙәге матбуғат конференцияһында белдерҙе:

“Диалогты башлау шарты менән Бәшәр Асадтың отставкаһы талап ителһә, һөйләшеү килеп сыҡмаясаҡ. Диалог барышында иһә теләһә ниндәй мәсьәлә ҡаралыуы мөмкин. Беҙ хатта президенттың отставкаһы хаҡында ла һөйләшергә әҙер.”

Ҡәҙри Йәмилдең билдәләүенсә, ситтәрҙең хәрби ҡыҫылышы конфликттың Сүриә сиктәренән сығып таралыуына килтерәсәк.

Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров та илдәге һуғышҡа сит илдәрҙең ҡыҫылыуына ҡаршы. Ул Мәскәү һәм Пекиндың Сүриәгә ҡаршы һуғышты булдырмаясағын белдерҙе.

Парижда Франция президенты Франсуа Олланд иһә Сүриә оппозицияһы вәкилдәре менән осрашты. Ул тамамланғас, Сүриә Милли совет етәксеһе оппозицияның илдең күсмә хөкүмәтен төҙөү планын эшләйәсәген белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий