среда, 22 августа 2012 г.

Cүриәлә Япония журналисткаһы һәләк булды.



 Японияның билдәле журналисткаһы Мика Ямамота Сүриә Алеппоһы ваҡиғаларын яҡтыртҡанда һәләк булды. Ул Сөләймән әл-Хәлиби кварталында ут аҫтына эләгә.

Сүриә ул эшләгән ҡыҙыу нөктәләрҙең һуңғыһы булып сыҡты: быға ҡәҙәр ул Афғанстанда, Иракта һәм Угандала булды. Мико менән Алеппола уның тормош иптәше һәм коллегаһы Казукато Сако ла эшләгән:

“Мика Ямамото- минең ҡатыным. Беҙ уның менән 15 йыл инде бергә,-ти Сако, ҡабат-ҡабат.- Мика- минең ҡатыным. Беҙ-журналистар, һәм беҙ Сүриәләге хәлдәрҙе бөтә донъяға күрһәтергә теләйбеҙ.”

Баш күтәреүселәр, был хәлдәргә аңлатма биреп, Сүриәләге сит ил журналистарының эшенә ыңғай ҡарауҙарын, әммә Асад режимының көс ҡулланыуы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алалмауҙарын белдерҙе:

“Теләһә ниндәй репортер, Сүриәгә килеп, үҙе өсөн үҙе яуаплы, йә булмаһа ул вәкил булып килгән дәүләт яуаплы.”

Хәүеф Сүриә журналистарына ла янай. Мәҫәлән, 10 августа баш күтәреүселәр хөкүмәтеке булған киң мәғлүмәт сараларының 4 репортерын урлаған.

Бынан тыш, хөкүмәт яҡлы телеканалдарға ла бер нисә тапҡыр һөжүм яһалған. “Сиктәрһеҙ репортерҙар”ойошмаһы Сүриәне киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн иң ҡурҡыныслы булған илдәр иҫәбенә индерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий