вторник, 21 августа 2012 г.

Рәсәй: бомбалар менән Сүриәлә демократия төҙөп булмай.



Рәсәй һәм Ҡытай ”БМО ҡарарынан тыш Сүриәләге теләһә ниндәй эшмәкәрлек”те тыйыу яғында. Сергей Лавров, КХР дәүләт советы башлығы Дай Бинго менән ошондай уртаҡ фекергә килеп, Дәмәшк делегацияһы менән осрашыуға китте.
Оҙайлы конфликтты яйға һалыу мәсьәләһен көнэлгәре Барак Обама ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Президент, әгәр бик кәрәк булһа, АҠШ-тың көс ҡулланасағын да инҡар итмәне. Вашингтон быны Сүриәлә химик һәм биологик ҡорал таралыу ҡурҡынысы бик етди булған хәлдә эшләйәсәк.
Барак Обама:
“Әлеге мәлдә мин хәрби ҡыҫылыш хаҡында бер ниндәй ҙә приказ бирмәнем, әммә химик һәм биологик ҡорал проблемаһы ҡырҡыу тора. Ул Сүриәгә генә түгел, Израилде лә индереп, беҙҙең союздаштарыбыҙға ҡағыла. Ул беҙгә лә ҡағыла.”
Рәсми Дәмәшк үҙ сиратында химик ҡоралды ҡалҡан булараҡ ҡуллана, хәрби интервенция осрағында ғына ҡулланыу менән янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий