Ваба киҙеүе ҙур тиҙлек
менән Көнбайыш Африка илдәрен ялмай. “Врачи без границ”ойошмаһы мәғлүмәттәре
буйынса, йыл башынан алып 250 кеше Сьерра-Леона һәм Гвинеяла был ауырыуҙың ҡорбаны
булған. Врачтар халыҡты ауырыуҙан һаҡланыуҙың профилактик саралары менән
таныштырырға тырышалар. Һуңғы ярты йыл эсендә бында 13 000 кеше
хәстәханаларға эләккән.
“Кешеләр ауыртыныуҙарға
сыҙамай илай, уларҙың аяҡ-ҡулдарын ҡорошҡаҡ тота, баштары әйләнеп йығылалар.
Һыҙланыуҙарға түҙмәй үлем теләй башлайҙар. Һәм, ысынлап та, көн һайын кемдер
үлә.”
“Ваба мине аяҡтан
йыҡты. Мин теге донъяға барып юлыҡҡан кеүекмен.”
Ауырыуҙың таралыуын
эсәр таҙа һыуҙың булмауы һәм канализация системаһының насар эшләүенә бәйләйҙәр.
Һуңғы тапҡыр ваба ауырыуы был ерҙәрҙә 5 йыл элек булған, күптәрҙең уға
иммунитеты юғалған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса,
киҙеү Мали һәм Нигерҙа ла тарала башлаған.
Врачтарҙың раҫлауынса,
дөрөҫ дауалағанда, ауырыуҙарҙың 99 проценты һауыға. Уларҙың фекере буйынса, был
хәстәнән ҡотолоу өсөн, вакцинациянан тыш халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу мөһим.
Комментариев нет:
Отправить комментарий