вторник, 21 августа 2012 г.

Көньяҡ Африка Республикаһында эш ташлаған йөҙҙәрсә шахтер суд алдына баҫасаҡ.



250-нән ашыу шахтер Lonmin компанияһының ағалтын руднигындағы тәртипһеҙлектәр өсөн КАР суды алдына баҫасаҡ. Тиҫтәләрсә ҡатын ҡулға алынғандарға теләктәшлек белдерер өсөн йыйылды. 10 көн элек Марикана шахтаһында забастовка башлана, унда 3 000 таусы ҡатнаша. Тәртип булдырыу өсөн полиция саҡыртыла, бәрелештәрҙә тиҫтәләрсә кеше һәләк була. Дүшәмбе көн күп кенә таусылар йәнә эшкә сыҡты.

“Законһыҙ забастовка ойошторолдо, эшселәр эшкә бармаҫҡа ҡарар итте,- ти Lonmin вәкиле.-Аҙаҡ хәлдәр ҡырҡыулашты, асыҡтан- асыҡ көс ҡулланыу рәүешен алды һәм беҙ контролде юғалттыҡ, шуға күрә Көньяҡ Африка полицияһының ярҙамы кәрәк булды. ”

Кесаҙна көн, эш ташлаусыларҙың полиция менән бәрелеше ваҡытында, тәртип һағында тороусылар ут аса. 34 шахтер һәләк була, 80 самаһы кеше яралана.

“Полиция дөрөҫ эш итмәне,-ти урындағы кешеләрҙең береһе.-Улар кешеләрҙе үлтерергә тейеш түгел ине, һуңғы сиктә йәш ағыҙыусы газ ҡулланырға мөмкин ине.”

Lonmin компанияһы етәкселеге дүшәмбегә ҡәҙәр эшкә сыҡмағандарҙың эштән ебәрелеүе хаҡында белдергәйне. Һуңынан был талап йәнә бер тәүлеккә оҙайтылды. Шахтерҙар иһә эш хаҡын арттырыуҙы талап иткәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий