вторник, 21 августа 2012 г.

Фажиғәле марафон.



Сомалиҙан спринтер Сәмиә Йософ Омар Лондон Олимпиадаһына юл тотҡанда һәләк булған. Быға ҡәҙәр ул үҙ иленән вәкил булып Пекинға барғайны. Унда 16 йәшлек ҡыҙ һуңғы булып килһә лә, халыҡ уға гөр килеп ҡул сапты, сөнки илендәге һәр бер күнекмә уның ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя ине.

Сомали ҡатын- ҡыҙҙарына ҙур спортҡа юл ябыҡ, шуға күрә Сәмиә Европаға күсеп, ғүмерен йүгереүгә бағышларға уйлай. Уның тренеры “Каррьера де ла Серра”ға һөйләүенсә, ҡыҙ 2011 йылда Ливияға барып етә, Италия ярҙарына илтеүсе карапҡа ултырыуға ирешә. Уны белгән юлдашы һөйләүенсә, карап һәләкәткә осрап, спортсы һәләк була, үҙ хыялына барып етеү уға насип булмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий