понедельник, 20 августа 2012 г.

Эквадор Көньяҡ Америка милләттәре берләшмәһенең яҡлауына иреште.




Көньяҡ Америка милләттәре берекмәһе(UNASUR) Эквадор властарының  Wikileaksҡа нигеҙ һалыусы Джулиан Ассанжҡа сәйәси һыйыныр урын биреү ниәтен хупланы. Был хаҡта Көньяҡ Америка ил- ағзаларының сит ил эштәре министрҙары осрашыуынан һуң ҡабул ителгән белдереүҙә хәбәр ителде. Документ халыҡ- ара хоҡуҡтарға таянып һөйләшергә, хөкүмәттәрҙең суверенлы һыйыныр урын биреү хоҡуғына хөрмәт менән ҡарарға саҡыра. Декларация көс ҡулланыу менән янауҙы ғәйепләй.

“Илселек территорияһына Бөйөк Британия тарафынан бәреп инеү ҡурҡынысы торғанда, беҙ Эквадор хөкүмәтенә таяныс булырға теләйбеҙ”-тип белдерҙе Берекмәнең генсегы Али Родригес.

Көнэлгәре Ассанж үҙе лә илселек балконынан Эквадор властарына  һәм үҙен яҡлаусыларға ярҙамдары, яҡлауҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм Америка президентына мөрәжәғәт итте:

Мин президент Обаманы аҡыл менән эш итергә саҡырам. АҠШ Викиликс сайтына ҡарата”мәскәй һунары’нан баш тартырға тейеш. ФБР эҙәрлекләүҙе туҡтатырға тейеш."

Әгәр Ассанж Эквадор илселегенән китһә, уға шунда уҡ ҡулға алыныу һәм Швецияға оҙатылыу ҡурҡынысы янай. Ә унда уны көсләүҙә ғәйепләйҙәр. “Викиликс”ҡа нигеҙ һалыусы шуға ныҡ ышана: уны ҡулға алып оҙатыуҙың маҡсаты- АҠШ, ә унда уны, йәшерен мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарғаны өсөн, судҡа биреүҙәре мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий