Мьянма бөгөнгө көндән башлап киң мәғлүмәт сараларына
цензураны бөтөрҙө. Был хаҡта илдең мәғлүмәт министрлығы вәкиле хәбәр итте.
Власть башында хәрбиҙәр торған тиҫтәләрсә йылдар буйы Мьянманың
бөтә киң мәғлүмәт саралары- гәзиттәр, журналдар, йырҙар, хатта балалар
әкиәттәре цензураға дусар булды. Мьянма ҡаты матбуғат закондары булған ил
иҫәпләнде.
Һуңғы ваҡыт сәйәси реформалар Мьянмала әүҙем үткәрелә.
2011 йылдың 4 февралендә элекке генерал Тейн Сейн ил президенты итеп һайланғаны
бирле, хәрби режим ҡулдарын бер аҙ йомшартты. 2010 йылдың ноябрендә 20 йыл
эсендәге тәүге парламент һайланғас, йорт тотҡонлоғонан Демократия өсөн
Демократия лигаһы оппозиция фирҡәһе лидеры, Нобель премияһы лауреаты Аун Сан Су
Чжи сәйәсәткә ҡайтты. Сәйәси тотҡондарҙы азат итеү икенсе аҙым булһа, артабан
бына цензура юҡҡа сығарылды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий