понедельник, 20 августа 2012 г.

Билдәле ҡытай коммунисының ҡатыны үлемгә хөкөм ителгән.



Ҡытайҙа властан ситләтелгән сәйәсмән Бо Силайҙың ҡатыны, 2 йылға кисектерелеп, үлем язаһына хөкөм ителгән. Кисектерелгән хөкөм шуны аңлата: яза ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу менән алмаштырыласаҡ, ә тәртибе һәйбәт булһа, Гу 14 йылдан иреккә лә сыға аласаҡ.

Суд ҡатынды Британия эшҡыуары, ғаиләнең дуҫы һәм эшлекле партнеры Нил Хейвудты үлтереүҙә ғәйепле тип тапҡан.

Август башындағы суд ултырышында илдәге билдәле коммунистың ҡатыны британлыны махсус рәүештә ағыулауҙы иҡрар иткән. Хейвуд был ғаиләгә көнбайышта бик үк законлы булмаған финанс операцияларын атҡарыуҙа ярҙамлашҡан, тип иҫәпләйҙәр.

Көҙөн Ҡытайҙа власть алмашынасаҡ. Бо Силай хөкүмәттәге юғары етәксе вазифаларҙы биләүгә төп кандидаттарҙың береһе булып иҫәпләнгән. Әммә ҙур ғауға уның сәйәси карьераһын юҡҡа сығарған: ул фирҡәнән сығарылған, бөтә постарынан яҙған. Уға ҡаршы дисциплинар тәртип боҙоу буйынса тикшереү эше бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий