воскресенье, 19 августа 2012 г.

Голландия сәйәсмәндәре “үлән”өсөн бәхәсләшә.



Нидерландыҙа марихуана өсөн һайлау кампанияһы башланды. Уны сит ил кешеләренә еңел наркотиктарҙы һатыуҙы тыйыуға ҡаршы булғандар башлап ебәрҙе. Улар был законды юҡҡа сығарыуҙы талап итә: шул арҡала “үлән туризмы”кәмеүгә киткән, ә урындағы кофешоп хужалары һәм, ғөмүмән, Голландия бюджеты ғәйәт ҙур килемдән ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Наркотуризмға ҡаршы һуғышты Голландия консерваторҙары иғлан иткән, һул фирҡәләр законға ҡаршы сыға.

Комментариев нет:

Отправить комментарий