воскресенье, 19 августа 2012 г.

Марс хроникаһы.



6 августа Американың Curiosity марсоходы Гейл кратерына уңышлы килеп төштө. Ғалимдар унда йәшәйештең примитив формалары тәүшарттарын табырға бик өмөтләнә. Ерҙә тәүге һүрәттәр алынған да инде.

Марсоход бортында 10 фәнни прибор урынлаштырылған, шулар иҫәбендә планета өҫтөндә һыу эҙләү өсөн тәғәйенләнгән Рәсәйҙең DAN нейтрон детекторы ла бар.

Хәҙер, NASA  хәбәр итеүе буйынса, , Curiousity лазер тубын һынарға йыйына.
Туп Гейл кратерындағы ҙур ташты ватырға тейеш. Марсоход 300 метр алыҫлыҡтан атасаҡ.
Миллион ватт ҡеүәтле нур таш өҫтөнә йүнәлтеләсәк, быуланыу төҫөнә ҡарап, ғалимдар уның составы хаҡында белә аласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий