воскресенье, 19 августа 2012 г.

Мосолмандар Фытыр йәки Ураҙа ғәйетен байрам итергә әҙерләнә.



Меңдәрсә мосолман, ғаиләһе менән Ураҙа байрамын үткәрергә ниәтләп, Бангладештың баш ҡалаһынан китергә маташты. Күптәргә үҙ ауылдарына, ҡалаларына ҡайтыу өсөн, поезд, карап, борамдарҙы ысын мәғәнәһендә көс менән яуларға тура килде. Урын таба алмағандар,тыуған яҡтарына тиҙерәк ҡайтыр өсөн, шәхси ылау эҙләне.

Мосолман илдәрендә Ураҙа байрамы, ураҙа айы үткәс, 3-4 көн буйы бара. Иртәнге намаҙҙан һуң, туған- тумаса бүләктәр бирешә, байрам итә.

Был көндәрҙә ҡала һәм ауыл баҙарҙарында бында, Пакстандағы һымаҡ, сауҙа яҡшы бара. Барыһы ла аҙыҡ- түлек, яҡындарына бүләктәр алырға ашыға.

“Туристарға иҫәпләнгән хаҡтар тешләшһә лә, бүләктәр алыр өсөн килдек. Был иң популяр баҙар, бөтәһе лә ошонда килә, шуға күрә хаҡтар түбән булырға тейеш тә бит...Ҡыйбат булыуға ҡарамаҫтан, һатып алалар инде,-”тип зарлана бында йәшәүсе кеше.

Бында нимә иғтибарҙы йәлеп итә? Иң тәүге нәүбәттә был баҙар- ҡатын- ҡыҙҙар өсөн ожмах. Биҙәүестәр, кейем- һалым, өй кәрәк- яраҡтары- туғандарыңа бүләк алам тиһәң, бөтәһе лә бар. Шуныһы ҡыҙғаныс: пакстанлыларҙың 40 проценты үтә ярлы йәшәй, 5 йыл элек булған күрһәткестәр менән сағыштырғанда был 25 процентҡа юғарыраҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий