Көньяҡ Африканың эш ташлаған Марикана шахтаһы
таусыларын ҡыуып таратыу өсөн, полиция ут асҡан. Ҡорбандар хаҡында хәбәр
ителмәй, әммә, КАР матбуғаты хәбәр итеүенсә, полиция менән бәрелештән һуң, 18
кеше ерҙә ятып ҡалған. Властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, хоҡуҡ һаҡлау
органдарының шахтерҙар менән килешергә маташыуы уңышһыҙ тамамланған.
КАР шахталарында тәртипһеҙлектәр уҙған йоманан бирле
дауам итә. 10 кеше, 2 полицейскийҙы ла индереп, шахтерҙарҙың рәсми профсоюзы
һәм рәсми булмаған хеҙмәт берекмәһе араһындағы низағтан һуң башланған бәрелештә
һәләк булған.
Көнэлгәре мачете һәм таяҡтар менән ҡоралланған 2,5 мең
баш күтәргән таусы Марикана шахтаһына инеү юлын япҡан. Улар, мәғдән усағы
хужаһы булған Lonmin компанияһы эш хаҡын күтәрмәй
тороп, ағалтын табыуҙы дауам итеүгә юл ҡуймаҫҡа булған. Элегерәк, әгәр
забастовка тутатылмаһа, ағалтын табыу буйынса донъяла өсөнсө урында торған Lonmin
етәкселеге 3 мең шахтерҙы эштән сығарыу менән янағайны.
Lonmin КАР-ҙың бөтә территорияһында
ағалтын табыуҙы туҡтатты. Шаршамбы, тәртип булдырыу өсөн, тиҫтәләрсә
полицейский вертолеттар менән шахтаға килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий