пятница, 17 августа 2012 г.

Ассанж эше.



 Эквадор хөкүмәтенең Джулиан Ассанжҡа һыйыныр урын биреү хаҡындағы ҡарарын Лондондағы был илселек янындағы демонстранттар ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды. Йыйылғандарҙың күбеһе- эквадорлылар, улар үҙҙәренең Ватанына Британия хөкүмәтенең баҫым яһарға маташыуы менән риза түгел.

Эквадор илселеге эргәһендә демонстрацияла ҡатнашыусылар һөйләй:

“Бөйөк Британия хөкүмәте хоҡуҡтарға хөрмәт менән ҡарар һәм Джулиан Ассанжҡа беҙҙең илгә китеү өсөн кәртә ҡуймаҫ, тип өмөтләнәм.”

“Бөтәһе лә ябай: әгәр властар эскә бәреп инмәһә, уны тартып алмаһа, беҙ ҡәнәғәт буласаҡбыҙ. Әгәр бәреп инеп, уны алһалар, был законһыҙлыҡ буласаҡ. Ул саҡта беҙҙең бындағы ҡаршылыҡ акциябыҙ законлы буласаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең демократик хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап ҡысҡырасаҡбыҙ, ҡаршылыҡ күрһәтәсәкбеҙ, тулыһынса коррупцияға бирелгән система менән көрәшәсәкбеҙ. ”

“Беҙ бында Джулиан Ассанжды яҡларға һәм уны Швецияға оҙатыуға ҡамасауларға килдек, сөнки уны АҠШ-ҡа оҙатасаҡтар, ә унда уны үлем язаһына дусар итеүҙәре ихтимал.”

“Зинһар өсөн бында килегеҙ. Әйҙәгеҙ бергәләп ғәйепһеҙ кешене ҡотҡарайыҡ. Был ялған юл менән әҙерләнгән эш.”

Әгәр Бөйөк Британия Ассанжға Эквадорға китергә мөмкинлек бирмәһә, уның яҡлаусыһы БМО-ның Халыҡ- ара судына дәғүә белдерәсәк. Викиликсҡа нигеҙ һалыусының адвокаты Бальтасар Гарсон белдереүенсә, был осраҡта Лондондың эшмәкәрлеге  Ҡасаҡтар статусы хаҡындағы Конвенцияға ҡаршы киләсәк. Әйтергә кәрәк, данлыҡлы юрист  дәүләт- ара бәхәстәр менән генә шөғөлләнгән инстанцияла был эште нисек тикшертергә йыйыныуын әйтеп торманы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий