четверг, 16 августа 2012 г.

Бөйөк Британия Эквадорҙы киҫәтеп ҡуйҙы.



Яҙмышын хәл итерлек ҡарарҙы Джулиан Ассанжға бер нисә сәғәт кенә көтөргә ҡалды. Июнь уртаһынан бирле Лондонда Эквадор илселегендә ҡасып ятҡан ғауғалы WikiLeaks сайтына нигеҙ һалыусыға сәйәси һыйыныу биреү –бирмәүе хаҡында Эквадор властары  үҙ һүҙен бөгөн әйтер тип көтөлә. Лондон суды ҡарарына кире яуап булған хәлдә, Ассанж Швецияға экстрадицияланасаҡ, ә унда уға енси бәйләнеүҙә ғәйеп ташланған.

Эквадорҙың ҡарары дипломатик ғауғаға әйләнеп китеүе ихтимал. Бөйөк Британия властары Ассанжды ҡайтарып биреүҙе талап итә, хатта илселекте штурм менән алырға уйлай. Эквадор сит ил эштәр министры был ниәтте “республиканың суверенлығына ҡул һоноу” тип атаны һәм үҙ сиратында Лондонға тейешенсә яуап биреү менән янаны.

Британия ультиматумы баш ҡала Китола ла ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Унда 40- лап кеше Бөйөк Британия илселеге алдында пикет ойошторҙо һәм улар“Колониаллеккә юл ҡуймаясаҡбыҙ, был монархия түгел”тип һөрәнләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий