воскресенье, 12 августа 2012 г.

Иран: ҡорбандар һаны 250.



250 кеше һәләк булған, 180 кеше яраланған- был Ирандың төньяҡ- көнбайышындағы ер тетрәү ҡорбандары хаҡында рәсми мәғлүмәттәр.

Ҡотҡарыусылар харабаларҙа төнө буйы ҡаҙынды, тәбиғәт ҡазаһы халыҡ йәшәгән алты төбәкте тулыһынса, алтмышын өлөшләтә юҡҡа сығарҙы. Милли ведомствоның ғәҙәттән тыш хәлдәр башлығы мәғлүмәттәре буйынса, “емереклектәр аҫтында байтаҡ кеше ҡалған, уларҙы эҙләп табыу бик ауыр.”

Халыҡ- ара Ҡыҙыл Тәре комитетының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 16 мең кеше, тәбиғәт ҡазаһының төп һөжүмен кисергән Ахар ҡалаһында кеүек, төндө палаткаларҙа йәки асыҡ күк аҫтында үткәрҙе.

Ҡорбандар статистикаһы, моғайын, үҫер- хәстәханаларға эләккән ауырыуҙарҙың күбеһе ауыр хәлдә.

Иран –Ерҙең сейсмик йәһәттән уғата хәүефле булған илдәре иҫәбендә. 6,4 магнитудалы тәүге ер тетрәү шәмбе көн Мәскәү ваҡыты менән 16 сәғәт 23 минутта була, икенсеһе- 11 минутҡа һуңғараҡ. АҠШ-тың Геология хеҙмәттәре мәғлүмәттәре буйынса, уның магнитудаһы 6,3. Уның артынса уҡ бер нисә тиҫтә ер тетрәү ҡабатланды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий