Токто ( йәки Такэсима)
утрауҙары өсөн Япония һәм Көньяҡ Корея араһында бәхәс йәнә ҡабынып китте.
Көнэлгәре Токио,
күптәнге конфликтты хәл итеү өсөн, Халыҡ- ара БМО судына мөрәжәғәт итәсәген
белдерҙе. XX быуаттың башынан алып Япон диңгеҙенең көнбайыш өлөшөндә Япониянан
һәм Көньяҡ Кореянан бер үк алыҫлыҡта ятҡан утрауҙар ике дәүләттең ыҙғышына
сәбәп булды.
“Көньяҡ Корея ”бөйөк
Корея” булыу планын ҡора, шуға күрә Халыҡ- ара БМО судына беҙҙең мөрәжәғәт
итергә йыйыныуыбыҙға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш,”- тип белдерҙе шәмбе
көн Японияның сит ил эштәре министры Коитиро Гэмба.
Японияның белдереүен,
шулай уҡ уларҙың илдән үҙ илсеһен саҡыртып алыуын аналитиктар йома көн Токто
утрауын Көньяҡ Корея президенты Ли Мен Бактың барып күреүе менән аңлаталар.
Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Сеул был утрауҙарҙы үҙ территорияһына ҡушҡас,
унда ҙур булмаған гарнизон урынлаштырыла.
Японияның ниәтенә
ҡаршы Көньяҡ Корея властары утрауҙар мәсьәләһе буйынса бәхәс ҡорорға сәбәп
юҡлығы хаҡында белдерҙе.
Утрауҙар ғауғаһы
Олимия майҙандарына ла күсте. Көньяҡ Кореяның еңеү менән тамамланған матчынан
һуң, уйынсыларҙың береһе “Токто утрауҙары- беҙҙеке!”тигән яҙмалы милли флагын
күтәрҙе.
Халыҡ- ара олимпия
комитеты футболсыны наградлау тантанаһында ҡатнаштырмаҫҡа булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий