понедельник, 13 августа 2012 г.

Мысыр президенты илдең хәрби түрәләрен йәшәртергә булған.



Мысырҙың хәрби командованиеһы “йәшәртеүгә мохтаж.” Был хаҡта йәкшәмбе кис, ҡораллы көстәрҙең Юғары совет башлығы маршал Хөсәйен Тантауиҙың һәм генштаб начальнигы Сәми Аннандың отставкаға ебәрелеүен аңлатып, президент Мөхәммәт Мөрси белдереү яһаны.
Президент канцелярияһында ышандырыуҙарынса, Мөрси үҙаллы эш иткән.

“Минең ҡарарым айырым кешеләргә ҡаршы йүнәлтелмәгән. Илдә йәшәп килгән институттарҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуйыу теләге булманы. Мин быны хөкүмәт һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләнем,-”тине президент.

Мөхәммәт Мөрси  Конституция декларацияһына ҡораллы көстәрҙең Юғары советы индергән президент власын сикләүсе һәм төп вәкәләттәрҙе хәрбиҙәр ҡулында ҡалдырыусы төҙәтмәләрҙе алып ташланы.

Маршал Хөсәйен Тантауи 20 йыл буйы Мысырҙа юғары постар биләне. Уны бәреп төшөрөлгән Хөсни Мөбәрәктең “һоро кардиналы” тип йөрөттөләр. Хәҙер Тантауи президент Мөрсиҙың советнигы буласаҡ. Вице- президент вазифаһына элекке судья Мәхмәүт Мекки тәғәйенләнде. Яңы оборона министры - генеал Әбдел Фатах әл- Сисси. Урынбаҫары- Мөхәммәт әл- Ассар, һәм, уның һүҙҙәре буйынса, Мысыр президенты хәрбиҙәр менән кәңәшләшеп эш иткән.

Ҙур отставкалар һәм тәғәйенләнеүҙәр Синай ярымутрауында хәлдәр ҡатмарланған осорға тура килде. Мысыр- Израиль сигендә экстремистар әүҙемләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий