понедельник, 13 августа 2012 г.

Ватиканда ғауға.



Ватикан властары иғлан итеүенсә, Изге Тәхеттең йәшерен документтарындағы мәғлүмәттәрҙе таратҡан өсөн, папа Бенедикт XVI мажордомы Паоло Габриэли ғына түгел, уның менән бергә енәйәт ҡылыусы ла суд алдына баҫасаҡ. Шик аҫтында булған икенсе кешенең - дәүләт канцелярияһында информатика буйынса эксперт Клаудио Шарпелетти исеме тәүләп күренде. Габриели урлауҙа ғәйепләнә, Шарпелетти- уға булышлыҡ итеүҙә.

 Изге Тәхет башлығы, Ватикандағы сығанаҡ буйынса, “иртән беренсе булып ҡаршы алған, һуңғы булып оҙатҡан”яҡын хеҙмәткәренең хыянатын ауыр кисергән.

Матбуғатта “Ватиликс”исемен алған ғауғаны тикшереү дауам итә, дәүләт канцелярияһының рәсми вәкиле хөкөмгә тарттырылыусыларҙың һаны артыу ихтималлығын инҡар итмәне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий