понедельник, 13 августа 2012 г.

Гонконгты “оккупациялау” тамамлана.



Сянган (Гонконг) махсус административ  район суды 27 авгусҡа глобализмға ҡаршы манифестанттарҙың HSBC банкы бинаһы алдындағы лагерын алып ташларға ҡарар итте.

“Нью- Йоркты баҫып ал”акцияһы өлгөһөндә үткәреү октябрҙә үк ниәтләп ҡуйылған акция социаль тигеҙһеҙлекте һәм “аҡсаның баҫым яһауын”күрһәтергә тейеш булған. Әйтергә кәрәк, унда ҡатнашыусылар һаны бер нисә йөҙҙән бер нисә тиҫтәгә кәмегән.

“Пландарыбыҙ үҙгәрмәне,-ти уларҙың береһе.-Беҙ спецназдың килеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Бер ҡайҙа ла китергә  йыйынмайбыҙ. Уларҙы ошонда көтәбеҙ.”

Шулай ҙа ҡаршы сығыусыларҙың ҡайһы берҙәре акция өсөн яңы урын эҙләргә ниәтләүҙәрен белдерҙе.

Һуңғы ваҡыт Лондондағы, Франкфурттағы һымаҡ бер нисә лагерь ябылды.
Уларға өлгө булған Нью-Йорктың Манхэттен паркындағы Дзукотти лагеры уҙған ноябрҙә таралғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий