вторник, 14 августа 2012 г.

Мысыр: хәрбиҙәр ниңә өндәшмәй?



Мысыр хөкүмәтендәге кадрҙарҙы алмаштырыу, президент һүҙҙәре буйынса, хөкүмәт һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләнгән.

Хәрбиҙәр Мысыр власын 60 йыл элек ҡулға төшөрә һәм шул замандан бирле илдәге төп постар улар ҡулында ҡала килә. Йәкшәмбе көн президент Мөхәммәт Мөрси юғары хәрби етәкселекте отставкаға ебәрҙе һәм уға ҡәҙәр Конституция декларацияһына хәрбиҙәр индергән төҙәтмәне алып ташланы.

Күҙәтеүселәрҙең билдәләүенсә, властан ситләтелгән Хөсәйен Тантауи һәм генеал Сәми Аннан хөкүмәт башлығының ҡарарына бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәйҙәр, был шуны күрһәтә: барыһы ла ике яҡтың ризалығы, килешеүе менән эшләнгән.

“Мин президент Мөрси һәм хәрбиҙәрҙең килешеү төҙөүенә ышанам.Оборона министры итеп генерал әл- Сисси хәрбиҙәрҙең статусын һаҡлай алғаны өсөн тәғәйенләнгән, ул бит  оҙаҡ йылдар Хөсәен Тантауи ҡулы аҫтында эшләне.,-”ти Яҡын Көнсығыш тикшеренеүҙәре милли үҙәгенең вице- президенты Мөхәммәт әл –Зайят.

Мысырҙағы үҙгәрештәр ике власлылыҡтың бөтөүен түгел, ә диктатураның башланыуын аңлата, тип хәүефләнеүселәр ҙә бар. Дүшәмбе көн билдәле булыуынса, идара итеүсе президентҡа ҡаршы йүнәлтелгән һүҙҙәре өсөн, журналист һәм шәхси телеканал хужаһы оҙаҡламай суд алдына баҫасаҡтар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий