Ҡатын- ҡыҙҙарҙың тиң
хоҡуҡлы булыуы демократия йәһәтенән үҫешкән Көнбайыш Европа илдәрен, Американы
ғына ҡыҙыҡһындырмай.
Көньяҡ Африка
Республикаһы традиция буйынса августа 1956 йылдың 9 авгусында апартеид
хөкүмәтенең репрессив закондарына яуап итеп уҙғарылған 20 000 ҡатындың
маршы иҫтәлегенә Ҡатын- ҡыҙҙар айын үткәрә.
Преторияла сығыш яһап,
ил президенты Джейкоб Зума шулай тип белдерҙе: “Башҡараһы эштәр күп булһа ла, ирек
яуланған 18 йыл эсендәге ҡатын- ҡыҙҙар статусы һәм тормош кимәле яҡшырыуы менән
беҙ ҡәнәғәт.”
Зума үҙе, билдәләп
үтергә кәрәк, көсләүҙә ғәйепләнгәйне. Уның 6 ҡатыны, 20 балаһы бар, ә бюджеттан
уға түләнгән аҡсалар дәүмәле идара итеүсе фирҡәлә тороусыларҙың да асыуына
тейә.
Көньяҡ Африка
республикаһы ҡатын- ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлау эше менән ғорурлана ала. Власта
ирҙәрҙең һәм ҡатын- ҡыҙҙарҙың тигеҙ вәкиллеге идара итеүсе Африка Милли
Конгресының рәсми сәйәсәте булып тора. 9 провинцияның 5-еһендә ҡатын- ҡыҙҙар
идара итә.
Әйтергә кәрәк, ярлылыҡ
һәм эшһеҙлек мәсьәләләре енси тигеҙлек мәсьәләрен баҫып китә: “Өйҙә
йыйыштырыусы булып эшләү оҡшамай миңә,- ти бер ҡатын,-аҡса ашауға, юл хаҡын
түләүгә саҡ етә.”
Көньяҡ Африка
республикаһы властары йәшермәй- ярлылыҡты, тигеҙһеҙлекте, эшһеҙлекте бөтөрөү һәм
миллионлаған халыҡтың, айырыуса ҡатын- ҡыҙҙарҙың тормошон еңеләйтеү өсөн,
йылдар, бәлки, тиҫтә йылдар кәрәк буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий