вторник, 14 августа 2012 г.

Олимпия байрағы Рио- де Жанейрола.



Олимпия байрағы Бөйөк Британиянан Бразилияға килтерелде, 4 йылдан унда сираттағы йәйге Олимпиада үтәсәк. Шул уҡ самолет менән Лондондан Бразилияның олимпия йыйылма командаһы ла ҡайтты.

Байраҡты Бразилия олимпия комитеты етәксеһе һәм Рио- де-Жанейро мэры алып ҡайтты:

“Олимпия байрағының килеүе беҙҙең ил, беҙҙең ҡала өсөн күренекле ваҡиға. Был байраҡты һаҡлау миңә ҡәнәғәтлек һәм ҡыуаныс бирә, бирсәткәһеҙ мин уға тотона ла алмайым.”

Ҡалала олимпия объекттарын әҙерләүгә әүҙем тотонғандар. Күп кенә күҙәтеүселәр уларҙың ваҡытында тамамланыуына шик белдерә, әммә властарҙың раҫлауынса, объекттар Олимпиада башланырҙан бер йыл алда тапшырыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий